+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 11:08

Онкология диспансеры киңәйтелә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанРәсәй хөкүмәте төбәктәргә медицина объекттарын төҙөүгә аҡса бүлгән. Был сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Рәсәй хөкүмәте төбәктәргә медицина объекттарын төҙөүгә аҡса бүлгән. Был сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанға барлығы 185 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ул республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә һалыуға сарыф ителәсәк.
Яман шеш ауырыуының һуңғы йылдарҙа көсәйеүе ҡәтғи саралар күреүҙе талап итә. Республикала сирлеләргә диагнозды үҙ ваҡытында ҡуйған табибтарға аҡсалата премия булдырылған. Шулай уҡ онкология диспасерын яңы ҡорамалдар менән йыһазлау ҙа иғтибар үҙәгендә ҡала.
Милли проект буйынса һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә федераль ҡаҙнанан барлығы 95 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Уларҙың барыһы ла төбәктәргә йүнәлтелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: