Үҙәк баҫмалар яҙыуынса, ил башлығы документтың тулы эстәлеген асмаған, ул сер булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин кешеләрҙең түбән килем күрһәткестәре, фәҡирлекте еңеү буйынса мәсьәләләрҙе күтәрәсәген белдергән. Атап әйткәндә: “Мине ил халҡының реаль килемен күтәреүҙә килеп тыуған көрсөк борсой”, – тигән ул.
Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә – ул дәүләт башлығының Конституцияла билдәләнгән йылдағы сығышы. Унда Президент ил үҫешенең төп йүнәлештәрен барлай, хөкүмәт һәм парламент алдында алдағы йылдарға яңы бурыстар ҡуя.