+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 11:04

“Еңеү урамдары” төҙөкләндерелә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанКиләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәбеҙ. Ошо уңайҙан Өфөлә Бөйөк Еңеү хөрмәтенә ҡушылған урамдар төҙөкләндереләсәк.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәбеҙ. Ошо уңайҙан Өфөлә Бөйөк Еңеү хөрмәтенә ҡушылған урамдар төҙөкләндереләсәк.
Рәсәй Транспорт министрлығы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты командаһы менән берлектә “Еңеү урамы” проектын тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә илебеҙҙең 83 төбәгендә Еңеү көнө һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм ҡатнашыусылары хөрмәтенә аталған урамдар төҙөкләндереләсәк. Республикабыҙ баш ҡалаһы ла был проектта ҡатнаша.
Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проекты сиктәрендә 22 юл участкаһында эштәр билдәләнгән. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хөрмәтенә ҡушылған урамдар ҙа бар. “Еңеү урамы” проекты сиктәрендә йүнәтеү һәм төҙөкләндереү эштәре Ветошников (Революцион урамынан алып Достоевский урамына һәм Чернышевский урамынан алып Воровский урамына тиклем), Новоженов (Өфө шоссеһынан Маршал Жуков урамынаса) урамдарында ҡаралған.
Шулай уҡ быйыл фронтовик, Башҡортостандың халыҡ шағиры, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Мостай Кәрим урамында үткән йылда башланған капиталь ремонт та дауам итәсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: