Башҡортостанда 2019 йылда үлем осрағы 2,5 меңгә аҙыраҡ теркәлде, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ҡаралған сараларҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуына, һөҙөмтәлә медицина хеҙмәтенең халыҡҡа яҡынайыуына туранан-тура бәйле.
Күп осраҡта табиптарҙың ауырыуға ваҡытында килеп етеүе уның артабанғы яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Ошоно күҙ уңында тотоп, республикала санавиацияны артабан үҫтереү буйынса ғәмәлгә ярашлы эштәр алып барыла. Баш ҡаланана алыҫ райондарҙа һәм ҡалаларҙа 2020 йылдың июленә тиклем һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары төҙөләсәк. Уларҙы Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта (Сибайҙа), Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта урынлаштырыу ҡарала. Һәм, әлбиттә, Өфөлә вертолеттарҙы ҡабул итеү майҙансыҡтарын буласаҡ.