+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 11:55

Президенттың сит илдәргә сәфәре

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин ошо көндәрҙә Яҡын Көнсығыш илдәренә сәфәр ҡылды. Ул 7 ғинуарҙа Сирия Ғәрәп Республикаһында булды һәм һуғыштан ныҡ зыян күргән был ил башлығы Башар Асад менән осрашты. 8 ғинуарҙа Рәсәй етәксеһе Төрөк Республикаһына килде.

#ВладимирПутин
Президент Владимир Путин ошо көндәрҙә Яҡын Көнсығыш илдәренә сәфәр ҡылды. Ул 7 ғинуарҙа Сирия Ғәрәп Республикаһында булды һәм һуғыштан ныҡ зыян күргән был ил башлығы Башар Асад менән осрашты. 8 ғинуарҙа Рәсәй етәксеһе Төрөк Республикаһына килде.
Башар Асад менән осрашыу Сирияның баш ҡалаһы Дамаскта Рәсәй Хәрби Көстәре төркөмөнөң команда пунктында үтте. Владимир Путин Омейәҙәм мәсетендә һәм Раштыуа байрамы айҡанлы Дева Мария кафедраль соборында булды. Изге йорттарға ул боронғо Ҡөръәр һәм икона тапшырҙы.
Төрөк Республикаһына сәфәрҙең төп маҡсаты “Төрөк ағымы” газ үткәргесен асыу ине. Владимир Путин һәм Таип Эрдоган бергәләп газ үткәргестең вентилен борҙо. Ике президент шулай уҡ төбәктә килеп тыуған сәйәси хәлгә ҡарата белдереү яһаны.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: