+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 11:34

Путин: 20 йыл йомғағы

#ВладимирПутинБөгөн Владимир Путиндың ил етәксеһе вазифаһында булыуына теүәл 20 йыл тула. Фәҡәт 1999 йылдың 31 декаберендә Борис Ельцин Рәсәй Президенты вәкәләттәрен һалыуы һәм был вазифаны башҡарыусы итеп Владимир Путинды тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында иғлан итте.

#ВладимирПутин
Бөгөн Владимир Путиндың ил етәксеһе вазифаһында булыуына теүәл 20 йыл тула. Фәҡәт 1999 йылдың 31 декаберендә Борис Ельцин Рәсәй Президенты вәкәләттәрен һалыуы һәм был вазифаны башҡарыусы итеп Владимир Путинды тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы хаҡында иғлан итте.
Ошо һәи артабанғы ваҡиғаларға бәйле 20.kremlin.ru сайтына архив фотоһүрәттәр һәм видеороликтар һалынған. Сығанаҡта барлығы 600 фото һәм 100 видео табырға мөмкин. Улар башлыса дәүләт етәксеһенең 2004 йылға тиклем юғары вазифала эшмәкәрлеген һүрәтләй. Барлыҡ материалдарҙы ҡарау 2,5 сәғәткә тиклем ваҡыт ала. Киләһе аҙна дауамында сайтҡа башҡа йылдарға ҡағылышлы фотоһүрәттәр һәм видеороликтар ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итә Президенттың пресс-секретары Дмитрий Песков.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: