+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 11:21

Милли проекттарҙың һөҙөмтәләре бар

#ВладимирПутинЮғары медицина кимәле, таҙа һауа, уңайлы торлаҡ, хәүефһеҙ юлдар - федераль милли проекттарҙың маҡсаты ошо һәм башҡа бурыстарҙы атҡарыуға ҡайтып ҡала. Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә үткән стратегик үҫеш Советы ултырышында һөйләшеү милли проекттарҙың һөҙөмтәләре, килеп тыуған проблемалар, хаталар өҫтөндә эш хаҡында барҙы.

#ВладимирПутин
Юғары медицина кимәле, таҙа һауа, уңайлы торлаҡ, хәүефһеҙ юлдар - федераль милли проекттарҙың маҡсаты ошо һәм башҡа бурыстарҙы атҡарыуға ҡайтып ҡала. Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә үткән стратегик үҫеш Советы ултырышында һөйләшеү милли проекттарҙың һөҙөмтәләре, килеп тыуған проблемалар, хаталар өҫтөндә эш хаҡында барҙы.
Ултырыштта төбәк губернаторҙары һәм министрҙар отчет тотто, ә Президент уларҙы халыҡ фекере менән сағыштырҙы. Чиновниктарҙың баһаһы күп осраҡта ябай кешеләрҙекенә тап килмәгән.
– Иң мөһиме – кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу. Әлегә беҙ тулыһыса ошоға ирештек тип әйтә алмайым, – тине Владимир Путин.
Милли проекттар – йыл башында ғәмәлгә индерелгән ҙур федераль программа. Уның маҡсаты киң. Ләкин проекттарҙың тәүге этабында һөҙөмтәләр уртаса кимәлдә тип баһаланды.
Быйыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Асыҡланыуынса, уны шунда уҡ тотона башламағандар. Аҡсалар тик көҙ айҙарында ғына әйләнешкә ингән. Был иһә, күп мәсьәләләр ашығыс рәүештә хәл ителгән, тигәнде аңлата.
Милли проекттарҙың тәүге этабы тамамланды, киләһе йылдан ул йылдамыраҡ барыр, тигән ышаныс белдерҙе Президент.
2020 йылдан мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фәнгә өҫтәлмә финанстар бүленәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: