+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 11:16

Киләһе йылда торлаҡ күберәк сафҡа индереләсәк

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан 2020 йылда Башҡортостанда 3 миллион 44 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡта республика дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
2020 йылда Башҡортостанда 3 миллион 44 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡта республика дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Быйыл ғинуар – ноябрь айҙарында 1,94 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Йыл аҙағына тиклем был һан 2,35 миллион квадрат метрға етәсәк, тип күҙаллана.
Киләһе йылда, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан 197 ғаиләне күсереү ҡарала. Кешеләрҙе фатир менән тәьмин итеү иҫәбен арттырыу һәм йортҡа аҡсаһын өлөшләтә индереп алданғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау эшендә лә ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ, тип билдәләне етәксе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: