+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 11:17

Һүнгән өмөттәр яңынан ҡабыныр

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанРеспубликала «проблемалы» йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау буйынса ҙур эштәр алып барыла. Был мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров үҙе даими контролда тота.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Республикала «проблемалы» йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау буйынса ҙур эштәр алып барыла. Был мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров үҙе даими контролда тота.
Ошо көндәрҙә Өфөлә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан 385 ғаиләгә күптән көтөлгән торлаҡ асҡыстары тапшырыла, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында 316 ғаилә күптән хыялланған фатир асҡыстарын алырға тейеш. Һүҙ күп фатирлы 9-сы литер һаны аҫтында теркәлгән йорт тураһында бара. Шулай уҡ «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында тағы 69 ғаиләгә фатир асҡыстары бирелә. 26Б һәм 40 йорттары буйынса сафҡа индереү актына ҡул ҡуйылған.
Ғөмүмән алғанда, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә республикала 2019 йылда атҡарылған саралар исемлеге бик киң, һәм улар бик күптәрҙең йәшәү шарттарын яҡшы яҡҡа үҙгәртте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: