0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 12:32

Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген хәстәрләп

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең яңы доктринаһын раҫланы. Ул – илдең милли хәүефһеҙлегенең төп стратегик документтарының береһе. Ул эске һәм тышҡы хәүефтәрҙе иҫкәртеү өсөн илде төп ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Доктринаға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл осрағына ауыл хужалығы продукцияһының дәүләт резервын булдырыу кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең яңы доктринаһын раҫланы. Ул – илдең милли хәүефһеҙлегенең төп стратегик документтарының береһе. Ул эске һәм тышҡы хәүефтәрҙе иҫкәртеү өсөн илде төп ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Доктринаға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл осрағына ауыл хужалығы продукцияһының дәүләт резервын булдырыу кәрәк.
Доктринаны тормошҡа ашырыу өсөн юл картаһы төҙөлгән, был саралар планын Хөкүмәт өс ай эсендә раҫлауы көтөлә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: