-22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2019, 11:58

Ауылдарҙа тәү медицина ярҙамы пунктары асылды

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанОшо көндәрҙә Асҡын, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында модулле фельдшер акушер пункттары сафҡа инде. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер өҫтәмә рәүештә яҡынса ике мең кеше тәүге медицина ярҙамы алыуға ирешәсәк.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Ошо көндәрҙә Асҡын, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында модулле фельдшер акушер пункттары сафҡа инде. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер өҫтәмә рәүештә яҡынса ике мең кеше тәүге медицина ярҙамы алыуға ирешәсәк.
Модулле фельдшер-акушер пункттары бер иш проект буйынса төҙөлгән. Улар фельдшер, процедуралар һәм дөйөм ҡарау кабинеттары менән тәьмин ителгән. Медицина пунктарында яңы ҡоролмалар ҡуйылған, шулай уҡ газ, һыу, электр уты, елләтеү һәм канализация системаһы үткәрелгән. Ауылдарҙың барыһы ла үҙәктән алыҫ булыу арҡаһында ошондай медицина үҙәктәренә иғтияж кисергән.
Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы үҙәктән – 70, ә Сибай янындағы Төйәләҫ – 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был биләмәләр халҡына тәү медицина ярҙамы буйынса ла ҡалаға килергә тура килгән.
ФАП-тар төҙөлөшө “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә атҡарылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в