+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 11:39

Яңы йылдан мәктәпкә – яңы автобустарҙа

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанРеспубликаның мәғариф системаһында һуңғы йылдарҙа булып үткән үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә уҡыусылар һаны аҙ булған мәктәптәр ябылды. Балаларҙы йөрөтөп уҡытыуға күстеләр. Бөгөнгө көндә 2749 ауылдан һәм айырым ҡасабаларҙан 872 мәктәптең 41951 уҡыусыһын 1436 автобус йөрөтә. Яңы шарттарҙа автобус паркы даими иғтибар талап итә. Ошо көндәрҙә муниципалитеттарға тапшырылған 37 берәмек мәктәп автобусы был эштең мөһим күрһәткесе. Техника федераль аҡсаға һатып алынған. Быйыл иһә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республиканың белем биреү системаһында 143 автобус яңырҙы.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Республиканың мәғариф системаһында һуңғы йылдарҙа булып үткән үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә уҡыусылар һаны аҙ булған мәктәптәр ябылды. Балаларҙы йөрөтөп уҡытыуға күстеләр. Бөгөнгө көндә 2749 ауылдан һәм айырым ҡасабаларҙан 872 мәктәптең 41951 уҡыусыһын 1436 автобус йөрөтә. Яңы шарттарҙа автобус паркы даими иғтибар талап итә. Ошо көндәрҙә муниципалитеттарға тапшырылған 37 берәмек мәктәп автобусы был эштең мөһим күрһәткесе. Техника федераль аҡсаға һатып алынған. Быйыл иһә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республиканың белем биреү системаһында 143 автобус яңырҙы.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, 21 муниципалитет, шулай уҡ һаңғырау уҡыусылар өсөн Өфө коррекция мәктәп-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн Илеш коррекция мәктәп-интернаты автобуслы булды. Улар – ПАЗ маркалы 28 автобус, ике ГАЗ, алты ГАЗ Next микроавтобусы, бер КАВЗ. Яңы автобустар ГЛОНАСС спутник навигацияһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: