+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 11:31

Путин Яңы йылда нимә эшләй?

#ВладимирПутин Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йылды туғандары һәм дуҫтары менән ҡаршы алыуҙы хуп күрә. Эш графигы тура килһә, әлбиттә. Дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков “Рәсәй1” телеканалында шулай тип белдерҙе.

#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йылды туғандары һәм дуҫтары менән ҡаршы алыуҙы хуп күрә. Эш графигы тура килһә, әлбиттә. Дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков “Рәсәй1” телеканалында шулай тип белдерҙе.

Тик Путинға йыш ҡына Яңы йылды илдең төрлө ҡалаларында ҡаршы алырға тура килә. Песков һүҙҙәренсә, байрамды ғаиләһе һәм дуҫтары менән үткәргән осраҡта ла, Президент тыйнаҡ табын ҡороу яҡлы. “Был уның бик һирәк эләккән шәхси ваҡыты”, – тине ил етәксеһенең матбуғат секретары.

Быйыл Президент, башҡа бар граждандар кеүек үк, 31 декабрҙә эш урынында буласаҡ. Песков дәүләт башлығының эшен бер ҡасан да һүндерергә ярамаған домен мейесе менән сағыштырҙы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: