+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 11:05

“Йыл эшҡыуары” бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Өфөлә “Йыл эшҡыуары” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә үткән конкурсты ойоштороусы – Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты. Унда ике йыл һәм унан артыҡ эшләгән шәхси эшҡыуарҙар һәм компаниялар ҡатнашты. Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Өфөлә “Йыл эшҡыуары” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә үткән конкурсты ойоштороусы – Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты. Унда ике йыл һәм унан артыҡ эшләгән шәхси эшҡыуарҙар һәм компаниялар ҡатнашты. Еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде.
  • “Сәнәғәт өлкәһендә (бәләкәй предприятие) иң яҡшы йыл эшҡыуары” – шәхси эшҡыуар Вера Шәнгәрәева,
  • “Ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – Виталий Смирнов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы,
  • “Күмәртәләп һәм берәмләп һатыу өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – “Экспресс” ЯСЙ, етәксеһе – Илдар Хөснуллин,
  • “Эске туризм өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – “Вояж Бутик” ЯСЙ, етәксеһе – Ирина Шәрифуллина,
  • “Бизнес өсөн консалтинг хеҙмәт өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – “АБЦ-АКТИВ” ЯСЙ, етәксеһе – Яна Васильева,
  • “Йәш эшҡыуар” – “ЯРЕКЛАМА” маркетинг компанияһы, етәксеһе – Евгений Буянов,
  • “Инновациялар һәм яңы технологиялар өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – “Евнат” ЯСЙ, етәксеһе – Екатерина Тузовская,
  • “Төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – Baum Haus, етәксеһе – Роберт Рәхимов,
  • “IT һәм һанлы технологиялар өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – “ЭкоСофт” компанияһы, етәксеһе – Виктор Тимошин,
  • “Транспорт, транспорт логистикаһы һәм автосервис хеҙмәте өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – “Башдизель” ЯСЙ, етәксеһе – Андрей Неговора,
  • “Креатив индустриялар өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – шәхси эшҡыуар Галина Рублева,
  • “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә иң яҡшы йыл эшҡыуары” – Миәкә балыҡ компанияһы, етәксе – Рөстәм Байтүрин,
  • “Иң яҡшы ғаилә бизнесы” – “Продэкс” ойошмаһы, етәксеһе – Ольга Маринина,
  • “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ проекты” – шәхси эшҡыуар Елена Сыңғыҙова.
  • Автор:Гөлшат Ҡунафина
    Читайте нас: