#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
«Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәте ете йөҙҙән ашыу социаль учреждениены сүс оптика кабеленә тоташтырҙы. Шулай итеп, “Мәғлүмәт инфоструктураһы” федераль милли проектының беренсе этабы тамамланды.
Башҡарылған был ҙур сара һөҙөмтәһендә 400-гә яҡын фельдшер-акушер пунктын, 200-ләгән мәғариф учреждениеһын, 88 ауыл хакимиәте бинаһын һәм 30-ҙан ашыу ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлексәләрен юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу мөмкинлеге асылды. Эштәр Стәрлетамаҡ, Ишембай, Дүртөйлө – барлығы 54 муниципаль районда башҡарылған.
Һанлы технологияны артабан үҫтереү киләһе йылдан 900-гә яҡын социаль әһәмиәтле объектты тиҙлекле интернет менән тәьмин итәсәк.