+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 11:24

Президент Рәсәйҙең эшлекле даирә вәкилдәре менән осрашты

#ВладимирПутин Президент Владимир Путин, йола булараҡ, йыл аҙағында Рәсәйҙең эшлекле даирә вәкилдәре менән осраша. Быйылғы шундай сара кисә, 25 декабрҙә, Кремлдең Александровский залында үтте. “Ысынын да батшаларса зауыҡ мөхиттә осрашабыҙ”, - тине ил етәксеһе уны асып.

#ВладимирПутин
Президент Владимир Путин, йола булараҡ, йыл аҙағында Рәсәйҙең эшлекле даирә вәкилдәре менән осраша. Быйылғы шундай сара кисә, 25 декабрҙә, Кремлдең Александровский залында үтте. “Ысынын да батшаларса зауыҡ мөхиттә осрашабыҙ”, - тине ил етәксеһе уны асып.
Осрашыуҙа Рәсәйҙең иң эре эшҡыуарҙары - барлығы алмыштан ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың араһында Игорь Сечин, Олег Дерипаска, Михаил Гуцериев, Виктор Вексельберг, Михаил Прохоров һәм башҡалар бар ине.
Владимир Путин: “Беҙҙең иҡтисад тотороҡло, инфляция, эшһеҙлек түбән кимәлдә, милли валюта курсы үҙгәрешһеҙ ҡала. Дөйөм алғанда, был яҡын киләсәктә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн нигеҙ булып тора”, - тине.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: