Традицияға ингән осрашыуҙа парламентарийҙарҙың 2019 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды. Ике палата ла көҙгө сессияларын тамамланы. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, ошо арауыҡта депутаттар 200, ә йыл дауамында 530 закон ҡабул иткән.
Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, уҙып барған йылды, Президенттың май указдарына ярашлы башҡарылған ҙур эштәр менән тарихта ҡаласаҡ, тине. Ҡуйылған пландар үтәлгән, шуларҙың иң мөһимдәре Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу ине, тип билдәләне. Кремлдең матбуғат секретаре Дмитрий Песков, Президенттың киләһе мөрәжәғәте 2020 йылдың 15 ғинуарына тәғәйенләнгән тип белдерҙе.