+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 11:18

Дүртөйлө районында ике модулле ФАП эшләй башланы

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда фельдшер-акушер пункттары асыла.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда фельдшер-акушер пункттары асыла.
Яңы ғына Баймаҡ районы Семеновское ауылында ФАП эшләй башлағайны. Ошо көндәрҙә иһә Дүртөйлө районының Сарлаҡ һәм Тәкәрлек ауылдарында фельдшер-акушер пункттары асылды. Бында 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк. Ике ФАП та типлаштырылған проект буйынса төҙөлгән. Улар һыуыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин ителгән. Электр менән йылытыла, канализация үткән, елләтеү ҡоролмалары ҡуйылған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте фотоһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: