+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 11:14

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте тиҙ эшләйәсәк

Өфө Берҙәм ашығыс медицина ярҙамы диспетчер үҙәге Өфө ҡалыһы һәм Өфө районынан шылтыратыуҙар ҡабул итә. Бер сменала 15 диспетчер эшләй. Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы Аяз Камаловтың белдереүенсә, хеҙмәтләндереү биләмәһен киңәйтеү ҡарала. Киләһе йылдан Өфө диспетчер үҙәге республикала ҡаралған туғыҙ медицина округтарының береһенән – Өфө округынан – мөрәжәғәттәр ҡабул итәсәк. Округ үҙ эсенә 16 муниципаль берәмекте ала.

Бөгөнгө көндә диспетчер хеҙмәтенә тәүлегенә 1200 шылтыратыу килә. Ғәҙәттә, киске етенән ун бер сәғәткә тиклем арауыҡта иң күп мәрәжәғәт теркәлә. Диспетчер үҙәгенән тиҙ ярҙам машиналарҙың хәрәкәтен, торған урынын күҙәтеп була. Табиптар махсус планшет менән йыһазландырылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: