+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 11:23

Ғариза яҙ һәм газ үткәреү өсөн аҡса ал

#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тыуымды арттырыуҙа ғәмәли сара булып тороуы бер кемгә лә сер түгел. Тап шуның өсөн дә Президент Владимир Путин указына ярашлы бойомға ашырылған милли проекттар теҙмәһендә “Демография” йүнәлеше лә бар. Башҡортостанда быйыл мохтаж ғаиләләргә ярҙамдың тағы бер программаһы старт алды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тыуымды арттырыуҙа ғәмәли сара булып тороуы бер кемгә лә сер түгел. Тап шуның өсөн дә Президент Владимир Путин указына ярашлы бойомға ашырылған милли проекттар теҙмәһендә “Демография” йүнәлеше лә бар. Башҡортостанда быйыл мохтаж ғаиләләргә ярҙамдың тағы бер программаһы старт алды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына, инвалидтарға шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн аҡса бүленә. Тәүге 284 ғаилә сертификат менән быйыл уҡ файҙалана ала. Уны, ғариза биргән урынға ҡарап, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәрендә һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә алырға мөмкин. Был маҡсатҡа быйыл 64 млн. һум аҡса бүленгән. Киләһе өс йыл дауамында 200-әр млн. һум биреләсәк. Атап үтелгән категорияға тап килгән һәр ғаилә 60 йәки 100 мең һумлыҡ ярҙамға дәғүә итә ала.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: