+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 11:43

Йәшеллекте бергәләп һаҡлайыҡ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектының маҡсатлы күрһәткестәре юғары.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектының маҡсатлы күрһәткестәре юғары.
– Улар башлыса урмандарҙы тергеҙеү, янғындарҙан һаҡлауға ҡағыла,– тине матбуғат конференцияһында Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Урмандарҙы һаҡлау буйынса 9 күрһәткес, шуларҙың барыһы ла тейешенсә үтәлгән. Быйыл 12 мең гектарҙа ағастар ултыртылған. Йәшеллеккә янғындарҙан килгән зыян күләме лә шаҡтай кәмей төшкән.
Йыл эсендә республикала 160 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 134-е тәүге тәүлектә үк һүндерелгән. Был иһә – тармаҡта техника паркын яңыртыу һөҙөмтәһе. 2019 йылда барлығы 80 миллион һумлыҡ техника һатып алынған. Ведомство янғын һүндереү машиналары, тракторҙар, махус ҡорамалдар менән байытылған. 2024 йылдарға тиклем урман хужалыҡтарында техника паркы 100 процентҡа яңырырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: