+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 11:32

Михайловка ҡасабаһында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөйҙәр

#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБилдәле булыуынса, Президент Владимир Путин Указына ярашлы тормошҡа ашырылған милли проекттар ил халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. “Мәғариф” милли проекты улар араһында айырым урын алып тора. Проектта билдәләнеүенсә, 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 784 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың – 116 миллиард һумы, 2020 йылда тағы 132 миллиард һумы проектта ҡаралған эштәргә йүнәлтеләсәк.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путин Указына ярашлы тормошҡа ашырылған милли проекттар ил халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. “Мәғариф” милли проекты улар араһында айырым урын алып тора. Проектта билдәләнеүенсә, 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 784 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың – 116 миллиард һумы, 2020 йылда тағы 132 миллиард һумы проектта ҡаралған эштәргә йүнәлтеләсәк.
Башҡортостанда шундай объекттар иҫәбендә Өфө районының Михайловка ҡасабаһында төҙөләсәк 640 уҡыусылыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы бар. Был социаль учреждениеларҙы 2020 йылдың ноябрь аҙағында асыу планлаштырыла. Ошо көндәрҙә эштәрҙе башҡарыуға акцион иғлан ителгәйне. Уны «1-се төҙөлөш идаралығы» компанияһы отҡан. Тәүҙә контракттың хаҡы 480 миллион һум самаһы булған, еңеүсе уны 399 миллионға тиклем төшөргән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: