+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 16:25

Күперҙе асыуҙа Президент ҡатнаша

Үҙәк киң матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала “Росавтодор” федераль юл агентлығы Ҡырымға Керчь боғаҙы аша төҙөлгән тимер юл күперен сафҡа индереүгә рөхсәт биргәйне. Бөгөн Санкт-Петербургтан ярым утрауға тәүге поезд ҡуҙғала. Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур тимер юл күперен асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашасаҡ.

Шундай уҡ пассажирҙар маршруты 24 декабрҙә Мәскәүҙән сыға. Яңы йүнәлеш юлда бер тәүлектән саҡ ҡына күберәк ваҡыт ала. Әле яңы күпер аша тик пассажир составтары ғына йөрөйәсәк. Ә киләһе йылдан тауар поездарына ла йәшел ут асыла тип көтөлә.
Кремлдың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тантананан һуң Владимир Путиндың күперҙе төҙөүҙә ҡатнашҡан эшселәр менән осрашыуы көтөлә. Артабан Президент эш сәфәре менән Адыгея республикаһына юллана. Ил башлығы республикала социаль проблемаларҙың хәл ителеүе, милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы менән танышырға теләй.
#ВладимирПутин
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: