-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 13:05

Яңы йыл каникулында китап уҡы

Яңы йыл байрамдары ашап-эсеү, күңел асыу сараһы булыуҙан күптән туҡтаны. Хәҙер кешеләрҙең күбеһе саф һауала сәләмәт ял итергә ярата. Бының өсөн оҙайлы каникулдарҙы файҙаланып ҡалырға тырыша.

Шул уҡ ваҡытта ошоға тиклем китап уҡырға ваҡыты етмәгән кешеләр өсөн дә шәп мөмкинлек асыла. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана 3, 4, 6 һәм 8 ғинуар үҙенең уҡыусыларын көтөп ҡала. Был көндәрҙә китапхананың заманса электрон залындағы барлыҡ ресурстар ҙа уҡыусылар өсөн асыҡ буласаҡ. Учреждениеның башҡа залдары ла 12 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Республика парламентының спиртлы эсемлектәрҙе сикләү хаҡындағы законы, сәләмәт ял итеүселәрҙе генә түгел, ә күберәк уҡырға теләүселәр һанын да арттырыр, тигән ышаныс бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: