Матбуғат конференцияһында медицина, иҡтисад, ауыл хужалығы, транспорт, хатта климатҡа арналған һорауҙар ҙа яңғыраны. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә айырыуса иғтибар бүленде. Президент милли проекттар буйынса быйылға планлаштырылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашырылыуын, авария хәлендәге торлаҡтан кешеләрҙе күсереү буйынса хатта ниәтләнгәндән дә күберәк эшләнгәнен билдәләп үтте. Төп бурыс итеп ул бөгөнгә ярлылыҡ менән көрәшеүҙе атай. Сүп-сар буйынса реформа ла көнүҙәк булып ҡала. Кешеләрҙе борсоған тағы бер мәсьәлә – пенсия реформаһы буйынса һүҙ булды. Владимир Путин был тәңгәлдә үҙгәрештәр көтөлмәүен белдерҙе.