+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:30

Таҙа мөхит өсөн көрәш дауам итә

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проектта эштәр 11 йүнәлеш буйынса ҡаралған: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һыу”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау” һәм башҡалар.

Башҡортостанға, мәҫәлән, тәбиғәтте һаҡлау өсөн 45 миллиард һумдан артығыраҡ аҡса бүленә. Быйыл Өфө районында һәм Өфө ҡалаһы эргәһендә генә лә 5,5 га майҙанды биләгән егермеләп ҡыйлыҡ юҡ ителгән. Баймаҡ районында Семеновка алтын сығырау фабрикаһы, элекке “Өфөфимпром” туплау майҙаны ҡалдыҡтары эшкәртелә, Дыуан, Дүртөйлө, Благовар, Яңауыл райондарында ҡалдыҡтарҙы айырыу комплекстары проектлана.
“Экология” милли проекты шулай уҡ халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Уға ярашлы 2019-2024 йылдарҙа республикала һыу тәьминәте объекттарын реконструкциялауға һәм төҙөүгә бөтәһе 4,3 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана. Шуның 4,16 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 85 миллион һумы республика бюджетынан бүленә. Быйыл Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡта 29 һыу менән тәьмин итеү объектында ремонт эштәре атҡарылған.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: