+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:25

Инфаркт, инсульт кисереүсегә – бушлай дарыу

Инсульт, инфаркт үткәргән, киҫкен коронар синдром кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен кисергән, шулай уҡ йөрәктәренә операция яһатҡан кешеләр 2020 йылдан дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителәсәк. Улар был мөмкинлектән ауырып киткән ваҡыттан алып ике йыл дауамында файҙалана аласаҡ. Кардиологтар әйтеүенсә, инфаркт, инсульт булған һәр өсөнсө кешелә, дарыуҙар эсмәгәндә, был сирҙәр шул уҡ йылда тағы ҡабатланыуы ихтимал.

2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырылыусы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүгә, уларҙан дауалауға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләп китәбеҙ.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: