Ошондай законды ошо көндәрҙә республика парламенты ҡабул итте. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, закон проекты эксперттар, йәмәғәт ойошмалары, медицина белгестәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм муниципалитеттар менән бик ентекле тикшерелгән. “Уның яҡлылар ҙа, ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Ләкин байрам көндәрендә кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен ҡайғыртыу беҙҙең төп бурыс”, – ти парламент етәксеһе.
Йыл һайын тап ғинуар айында кешеләрҙең спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлеү осраҡтары арта. Яңы йылдың тәүге көндәрендә үк күп эсеүҙән үҙ-үҙенә ҡул һалғандар йә иһә башҡа фажиғәле осраҡтар, ауыр енәйәт һаны күбәйә. Эскән килеш руль артына ултырғандар юл-транспорт ваҡиғаһына тарый, ғаилә конфликты, янғындар ҙа ошо сәбәпле килеп сыға. Шуға күрә яңы закон хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын, күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Закон проекты республика башлығына тапшырылған. Ҡул ҡуйғандан һуң, ул 10 көн эсендә ғәмәлгә инәсәк һәм яңы йыл байрамдарында уның үтәлеше иғтибар үҙәгендә буласаҡ.