+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 11:50

Яман шешкә ҡаршы көрәш көсәйтелә

2020 йылдан онкология менән ауырыусыларға мотлаҡ медициа страховкалауы полисы буйынса медицина ярҙамын күрһәтеү ваҡыты үҙгәрә. Ауырыуҙа яман шеш булыуға шик тыуа икән, ул өс эш көнөнән дә ҡалмай табип-онкологҡа эләгергә тейеш. Әле норма буйынса был ваҡыт – биш көн.

Шулай уҡ юғары технологиялы медицина ярҙамын көтөү ваҡыты ла ҡыҫҡара. Яман шеш менән сирләүселәр өсөн компьютер томографияһын көтөү ваҡыты әле ике аҙнаға тиклем булһа, яңы йылдан был тикшереүҙе ауырыуҙар ете көн эсендә үтергә тейеш.
Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голикова белдереүенсә, 2020 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә финансланыусы онкологияға ҡаршы көрәш программаһына өҫтәмә рәүештә 50 миллиард һум бүленәсәк. Һөҙөмтәлә ракка ҡаршы көрәшкә дөйөм сығымдар 120 миллиард һум тәшкил итәсәк.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: