+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 11:20

Тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәтендә эшләү отошло

2020 йылдан Өфөнөң тиҙ медицина ярҙамы системаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ алыу өсөн аҡса бүленәсәк. Был хаҡта ҡала Советының эштәр менән идара итеүсеһе Әлфирә Баҡыева хәбәр итте.

2020 йылдан Өфөнөң тиҙ медицина ярҙамы системаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ алыу өсөн аҡса бүленәсәк. Был хаҡта ҡала Советының эштәр менән идара итеүсеһе Әлфирә Баҡыева хәбәр итте.
Программаға ярашлы, эшкә 2020 йылдың 1 ғинуарынан төшкән табиптарға – 500 мең һум, шәфҡәт туташтарына 350 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Түләүҙе биш йыл дауамында өлөшләтә биреү ҡарала.
Бөгөнгө көндә был өлкәлә кадрҙар мәсьәләһе бик киҫкен тора: табиптар штаты тик – 64,7, ә шәфҡәт туташтар - 67,7 процентҡа ғына тулыланған.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ – «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республика дауаханалары ошо көндәрҙә 13 ашығыс ярҙам машинаһы алды. Яңы автомобилдәр Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө, Ишембай райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына оҙатылды.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: