+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 11:05

Салауат. Үҫеш биләмәһе. Артабан нимә көтөргә?

Киләсәк йәштәр ҡулында. Тормошта уңышлы кеше булыу өсөн күп кәрәкме? Йәштәр инициативаһын хәҙерҙән яҡлау, хыялдарын тормошҡа ашырыуҙа һәм лайыҡлы кеше булып үҫеүҙәрен тәьмин итеүҙә, күптән түгел Салауат ҡалаһында үткән республика йәштәр форумының әһәмиәте ифрат ҙур. Ҡала ошондай сараны ойоштороу буйынса тәүге пилот проектында ҡатнашты. Киләсәктә был форумдар республиканың башҡа ҡалалары һәм райондарында ла үтәсәк. Йәштәр форумын республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне һәм ҡалаға 13 миллион һумлыҡ спорт ҡорамалдары алыу өсөн сертификат тапшырҙы.

Туғыҙынсы класта белем алған уҡыусыларҙы бергә туплау,уларҙың фекерен алға сығарыу һәм төрлө майҙансыҡтарҙа ҡатнаштырыу – йәштәр менән иҫәпләшеү, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡолаҡ һалыуға бәрәбәр ул. Әлбиттә бындай рәсми булмаған осрашыуҙар, һис шикһеҙ, үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.
Форумда ҡатнашҡан 1200 уҡыусының 300-гә яҡыны спорт майҙансығын һайланы. Был иһә Салауаттың спорт ҡалаһы булыуын күрһәтте. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, 2024 йылдарға кешеләрҙең 55 процентын спортҡа йәлеп итеү күҙаллана. Шулай уҡ был майҙансыҡта билдәле спорт мастерҙарының ҡатнашыуы – йәштәрҙе аныҡ миҫалдарҙа тәрбиәләү өлгөһө ул.
Киләсәктә кем булыу, ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорауҙар йәштәр өсөн хәҙер айырыуса актуаль. Һайлау хоҡуғы киң, ләкин хеҙмәт баҙарындағы иғтыяж көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәргән заманда тормошта үҙ урыныңды табыу ҙа еңел түгел.
Салауат ҡалаһындағы йәштәр форумында ҡатнашҡан уҡыусылар ошо һорауҙарҙа ла тулы яуап тапҡандыр, тип ышанғы килә. Сөнки биш төрлө майҙансыҡ, һәр береһендә асылыу, фекер алышыу, киләсәккә пландар билдәләү өсөн мөмкинлектәр булды. Киләсәк һөнәренә әҙерлеккә тәүге аҙым яһалды.
Спорт, фән, сәнғәт, эшҡыуарлыҡ – көнүҙәклеген юғалтмай торған һөнәрҙәр менән бергә видеоблогер, турагент, ҡартлыҡ буйынса консультант, урбанист кеүек яңылары килә. Үҙ урыныңды табыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел. Ләкин маҡсатын йәштән дөрөҫ билдәләгәндәргә тормош еңелерәк бирелә тигәнде иҫбатланы был форум. Ул уҡыусыларҙы киләсәккә тулы өмөт, ышаныс менән ҡарарға өйрәтте, шәхси үҫеш өсөн көс бирҙе, тип әйтергә мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: