+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 11:25

Полис фотоһүрәте аша ла таный

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 110 дауахана электрон сират теркәү өсөн махсус ҡоролма комплекттары алды. Уларҙан файҙаланыу был учреждениеларҙа халыҡ ағымын көйләүгә, пациенттарҙың хеҙмәтләндереүҙе көтөү ваҡытын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

Мәғлүмәт терминалдары мотлаҡ медицина страховкалау полисын уҡыу өсөн карт-ридер һәм сканер менән йыһазландырылған. Терминал хәҙер телефондағы полис фотоһүрәте аша ла махсус штрих-кодты уҡый һәм, пациентты танып, системаға индерә ала.
Киләһе йылдан был ҡоролманы башҡа һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына ла ҡуйыу ҡарала.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: