+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 11:55

Милли проекттарға аҡса өҫтәләсәк

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар 26 трлн һумға тиклем арттырыласаҡ. Был хаҡта, Рәсәй финанс министрлығының сығанаҡтарына таянып, “Известия” гәзите хәбәр итә.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар 26 трлн һумға тиклем арттырыласаҡ. Был хаҡта, Рәсәй финанс министрлығының сығанаҡтарына таянып, “Известия” гәзите хәбәр итә.
“Демография” милли проекты буйынса өҫтәмә сығымдар беренсе һәм икенсе балаға пособие алыусылар һанының артыуына бәйле. Киләһе йылдан килеме ике эш минимумынан да түбән булған ғаиләләр баланың өс йәшенә тиклем ошондай түләүҙәр аласаҡ.
Шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Магистраль инфроструктура үҫешенең комплекслы планы” проекттарына ла өҫтәмәләр буласаҡ. Ә “Экология” милли проектына сығымдар киреһенсә кәметелә.
2024 йылдарға тиклем милли проекттарҙың үтәлешенә 25,7 трлн һум аҡса сарыф итеү күҙалланғайны. Уның күп өлөшө федераль ҡаҙнанан, ҡалғандары төбәк һәм бюджеттан тыш фондттарҙан иҫәпләнгән. Хәҙер федераль ҡаҙнанан бүленгән сығымдар тағы артасаҡ.
Ун өс милли проект системаһы Президент Владимир Путиндың май Указдарынан һуң ҡабул ителде.Улар халыҡтың тәбиғи үҫешен тәьмин итеү, Рәсәйҙе иҡтисади тотороҡло биш ил исемлегенә индереү һәм кешеләргә лайыҡлы тормош булдырыу өсөн эшләнде.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: