+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 11:10

Өфөләге тиҙ ярҙам дауаханаһына яңы ҡоролмалар алынды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөләге тиҙ ярҙам дауаханаһына заманса тренажерҙар комплексы алынды. Аяҡ-ҡулдар реабилитацияһы өсөн тәғәйенләнгән яңы ҡоролма менән 150 пациент ҡулланып өлгөргән дә инде. Механотерапевтик тренажерҙар пациенттарҙың хәрәкәт әүҙемлеген, координацияһын тергеҙеү өсөн ҡулланыла. Уның эшләү нигеҙендә ҡулдар һәм яурындар хәрәкәтен ҡабатлау ята.

Был тренажерҙар инсульт кисергән, аяҡ-ҡул, арҡа мейеһе травмаһы алғандарға тәғәйенләнгән. Бынан тыш, неврологик ауырыуҙар һәм аяҡ-ҡул хәрәкәтен өлөшләтә юғалтҡандар өсөн дә ҡулланыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: