+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 12:00

Электрон хеҙмәт кенәгәләре индерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин электрон хеҙмәт кенәгәләре индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин электрон хеҙмәт кенәгәләре индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Шулай итеп, эш урыны, биләгән вазифалар, стаж, эштән сығыу, ҡыҫҡаһы, бөтә хеҙмәт юлы тураһында мәғлүмәт электрон төрҙә һаҡланасаҡ.
Эш биреүселәр 2020 йылдың июне аҙағына тиклем электрон хеҙмәт кенәгәләре индереү хаҡында хеҙмәткәрҙәргә хәбәр итергә тейеш. Әммә ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе ғәмәлдән сығарылмай. Уның ҡағыҙ төрө ҡулаймы, әллә замансаһымы – һәр кеше үҙе һайлай. Ҡағыҙ кенәгәне хуп күреүселәр электрон документ алыуҙан 2020 йыл дауамында баш тарта ала.
Ә хеҙмәт юлын 2021 йылдан башлаусыларға тик электрон кенәгәләр асыласаҡ.
#ВладимирПутин
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: