Башҡортостан хөкүмәтендә төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙың туғыҙ айлыҡ йомғаҡтары яһалды һәм йыл аҙағына тиклем өҫтөнлөклө мәсьәләләр билдәләнде.
Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала милли проекттарға бүленгән аҡсаларҙы үҙләштереүҙә проблемалар бар.
– “Демография”, “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау» һәм “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү мөһим мәсьәләләр иҫәбенә инә, – тип билдәләне етәксе.
Ошо проекттарға бүленгән аҡсаларҙы һуңлатмайынса үҙләштереү, объекттарҙы ваҡытында сафҡа индереүҙә килеп тыуған проблемаларҙы ваҡытында асыҡлау һәм хәл итеү мөһим.
Хөкүмәттең төбәк проекттары офисы етәксеһе Айҙар Батыргәрәев әйтеүенсә, быйыл республикала 58 төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 28 млрд һум аҡса ҡаралған. Шуның 14,8 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Бюджет аҡсаларын үҙләштереү буйынса иң яҡшы күрһәткестәр «Мәғариф” милли проектында. Был өлкә аҡсаларҙың 60 процентын тотонған. Шул уҡ ваҡытта “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Мәҙәниәт” проекттарында күрһәткестәр күпкә түбәнерәк.
Йыл аҙағына тиклем республикала милли проектарҙың үтәлеше хөкүмәт иғтибары үҙәгендә ҡаласаҡ.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан