-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 11:15

Атайлыҡ капиталы һәм ЭКА...

Билдәле булыуынса, төрлө сәбәптәр арҡаһында тыуым илдә һәм республикала йылдан-йыл кәмей. “Демография” милли проекты иң элек ошо киҫкен проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгө көндә күп балалы ғаиләләр һанын арттырыуҙың төрлө юлдары ҡарала. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған тармаҡ дискуссияһы барышында өсөнсө балаға атай капиталын бирергә тәҡдим иттеләр. Был тәҡдимде «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфө ҡала бүлексәһе яҡлай һәм уны закон сығарыу башланғысы итеп ғәмәлгә ашырырға ниәтләй.

Республика Башлығы үҙенең «сентябрь» указында 2024 йылда Башҡортостан халҡының һанын 4 100 000 кешегә тиклем еткереү бурысы ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта ғаилә парҙарының 15 процентҡа яҡыны түлһеҙ. Улар атай һәм әсәй булыу бәхетенә заманса технологиялар – экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) – ярҙамында өлгәшә ала. Республикала был процедураны дүрт медицина учреждениеһында эшләйҙәр. Әгәр ЭКА-ға квота 2013 йылда 300 самаһы булһа, бөгөн – ике меңдән ашыу. Ә 2020 йылда әлеге күрһәткес өс меңгә етәсәк. Был маҡсатҡа өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум аҡса бүленә.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: