-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 11:45

Сүп-сар ҡалдыҡтары кәметелә

Өфө һәм Өфө районы биләмәләрендә ҡаты ҡалдыҡтарҙы яңыса йыйыу системаһын индереү сәбәпле, 25 сүп сар урыны таҙартылған. Уларҙың дөйөм майҙаны – 5,5 гектар. Башҡортостан экология министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле баш ҡалаға яҡын биләмәләрҙә ошондай урындар байтаҡ.

Кешеләрҙең үҙ белдеге менән ташлап киткән сүп-сар өйөмдәре муниципаль райондарҙың бюджеты иҫәбенә юҡҡа сығарыласаҡ.
– Санкцияланмаған ҡыйлыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе һәр кемдең яуаплылығына бәйле,– ти ведомство белгестәре.
Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республикала «Экология” милли проекты тормошҡа ашырыла. Унда билдәләнгән мөһим бурыстарҙың береһе – сүп-сар ҡалдыҡтарынан биләмәләрҙе таҙартыу һәм рекультивация эштәрен башҡарыу.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: