+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 11:00

Фән һәм мәғариф үҫеше иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда “Фән” милли проекты сиктәрендә төбәктең алты университеты базаһында вуз-ара 150 кафедра һәм лаборатория төҙөү күҙаллана. Улар ғилми эш алып барыу өсөн дөйөм эҙләнеүҙәр һәм оҡшаш эштәр буйынса берләшәсәк.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһендә лә ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатты: «Уңайлы шарттар тыуҙырып, фән һәм мәғариф системаһына йәнлелек индерә алабыҙ”,– тине ул.

Башҡортостанда “Фән” милли проекты сиктәрендә төбәктең алты университеты базаһында вуз-ара 150 кафедра һәм лаборатория төҙөү күҙаллана. Улар ғилми эш алып барыу өсөн дөйөм эҙләнеүҙәр һәм оҡшаш эштәр буйынса берләшәсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһендә лә ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатты: «Уңайлы шарттар тыуҙырып, фән һәм мәғариф системаһына йәнлелек индерә алабыҙ”,– тине ул.
Бынан тыш республикала донья кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү ҡаралған. Был проект Рәсәй Президенты Владимир Путинда хуплау тапҡан. Фәнни белем биреү үҙәге химия, энергетика, медицина, аҡыллы машиналар, авиация йүнәлешендә үҫеш аласаҡ.
“Фән” милли проекты буйынса Рәсәй 2024 йылдарға өҫтөнлөклө тип билдәләнгән йүнәлештәр буйынса ғилми эшмәкәрлек алып барған иң яҡшы биш ил исемлегендә булырға тейеш. Ошо йылдар эсендә Рәсәйҙә фәнни эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн сит ил һәм урындағы, йәш һәләтле ғалимдарға ҡулайлы шарттар тыуҙырыу күҙ уңында тотола.
Милли проект буйынса, фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән алдынғы ойошмаларҙың ҡорамалдарын 50 процентҡа яңыртыу күҙаллана.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: