+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 11:25

Ауырыуҙы юлда уҡ дауалай башлайҙар

“Һаулыҡ һаҡлау” федераль милли проекты сиктәрендә республика медицина ойошмаларының техника паркын тулыландырыу дауам итә. Ошо көндәрҙә Республика балалар клиник дауаханаһына, Дыуан, Бәләбәй, Белорет райондарының, Нефтекама, Сибай, Күмертау, Октябрьский ҡалаларының һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының санитар автотранспорт предприятиеһына “Ford Transit” маркалы ашығыс медицина ярҙамы машиналары – реанимобилдәр – тапшырылды.

Реанимобилдәр заманса медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған. Улар табиптар йәки реанимация бригадаһы көсө менән ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, дауаханаға алып барып еткергәнгә тиклем ауырыуҙың хәлен күҙәтеү өсөн мөмкинлектәр бирә.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: