+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 11:35

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә индереү Башҡортостанда кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, яңы дауаханалар төҙөү, ҡорамалдар һатып алыу йәһәтенән ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, быйыл ҡан әйләнеше сирҙәренән, шулай уҡ йөрәк өйәнәгенән һәм яман шештән үлем осраҡтары кәмегән.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә индереү Башҡортостанда кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, яңы дауаханалар төҙөү, ҡорамалдар һатып алыу йәһәтенән ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, быйыл ҡан әйләнеше сирҙәренән, шулай уҡ йөрәк өйәнәгенән һәм яман шештән үлем осраҡтары кәмегән.
Республика башлығы Радий Хәбиров, 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә ҡағылып, был өлкәләге эштәргә ыңғай баһа бирҙе.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында ҡыҫҡа ваҡытта 660 хеҙмәткәр яңы эш башлаған, табипҡа яҙылыу ябайлаштырылған. Йыл аҙағына тиклем Дүртөйлөлә һәм Туймазыла – балалар поликлиникаһы, Благовар районындағы Языков ауылында хирургия корпусы асыласаҡ. Ишембайҙа һәм Бәләбәйҙә – бала табыу йорттарында, Салауатта һәм Октябрьскиҙа – балалар поликлиникаһында, Республика балалар клиник дауаханаһында капиталь ремонт тамамлана. Яман шеш ауырыуын алдан билдәләгән өсөн табиптарға өҫтәп аҡса түләү үҙен аҡлай – йыл башынан 3 мең шундай осраҡ асыҡланған. Дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ике тапҡырға күберәк аҡса тотонолған. Федераль ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 1 млрд. һум аҡса алыуға өлгәшкәндәр. Ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары асыла, “Ауыл фельдшеры” программаһы эшләй.
“Был өлкәлә барлыҡ мәсьәләләр ҙә хәл ителдеме? Юҡ, әлбиттә. Шуны әйтергә кәрәк: атап үтелгән темаға ҡағылышлы халыҡтың мөрәжәғәте ҡырҡа кәмене. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ”, - тине ул.

Фото: Олег Яровиков.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: