+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 11:05

Ипотека ҡаплауға 450 мең һум дәүләт ярҙамы

Президент Владимир Путиндың указына ярашлы 2019 йылдың 25 сентябренән өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ипотеканың бер өлөшөн ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Уның күләме 450 мең һум тәшкил итә.

Үткән тәүге ай ярым ваҡыт эсендә ипотека кредитының бер өлөшөн түләүгә дәүләт ярҙамы алыу өсөн өс меңдән ашыу ғариза килгән. Мөрәжәғәт итеүселәр һаны көндән-көн арта. Шуға күрә Рәсәй Хөкүмәте, тәүҙә ҡаралған бер миллиард һумға өҫтәп, был маҡсатҡа тағы ла 6 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был 12 меңдән ашыу ғаиләнең бурысын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш
Субсидия алыу өсөн заемсыға ипотека төҙөгән банкыға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Закон буйынса, аҡса бер тапҡыр, бер ипотека кредитына ғына бирелә.
Мөһим был дәүләт сараһы төбәктәрҙә “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булып тора.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: