+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 11:20

Йыраҡ ауыл өсөн – күсмә ФАП-тар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы, республикабыҙ райондары күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары менән тәьмин ителә. Шундай комплекс Әлшәй районына ла ҡайтартылған. “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите ошо хаҡта һөйләп, уның йыраҡ ауылдар халҡын хеҙмәтләндереү өсөн ныҡ уңайлы булыуын билдәләй.

Күсмә комплекс амбулатория, фельдшер-акушерлыҡ пункты булмаған ауылдарға график буйынса йөрөйәсәк. Автобус электрокардиограф, кардиомаркерҙар өсөн портатив экспресс-анализатор, дефибриллятор-монитор, гинекологик кресло, башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған, хатта анализ алыу мөмкинлеге лә бар.
– Машина эсе медицина персоналы өсөн кескәй бүлмәгә, ҡабул итеү һәм процедуралар кабинеттарына бүленгән. Күсмә пункт яғыла, йыйнаҡ йыһаз, ноутбук, һыуытҡыс, һыу йылытҡысы булған ҡул йыуғыс ҡуйылған. Ҡыҫҡаһы, медицина хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн бөтә шарттар булдырылған, – тип бүлешә Раевка үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Рафаэль Саяпов.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: