Беренсе балаға айлыҡ пособие 2020 йылдың ғинуарынан 9789 һумға тиклем күтәрелә. Һәм нимәһе бигерәк тә мөһим, уны сабыйға өс йәш тулғанса түләү ҡарала. Хәҙер аҡсаны йәш ярымға тиклем алалар.
Яңы тәртип буйынса, балалар аҡсаһы ғаиләнең айлыҡ килеме һәр ағзаға 20 868 һумдан артмаған осраҡта тәғәйенләнә. Уға беренсе сабыйы 2018 йылдан һуң тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала. Пособиеға ғаризаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙырға мөмкин. Мөһим был сара “Демография” милли проектын сиктәрендә атҡарыла.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан