Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 17 октябрҙә сыҡҡан Указына ярашлы 2020 йыл республикала Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы (Год эстетики населённых пунктов) тип иғлан ителде. Уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы башҡарыласаҡ эштәр параметрҙарын билдәләне.
Бөгөнгө көндә министрлыҡта проектты бойомға ашырыу план-графигы әҙерләнә. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев белдереүенсә, дүрт төп йүнәлешкә өҫтөнлөк биреләсәк: газондар сәсеү, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу. Был саралар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа алға ҙур аҙым буласаҡ.