-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 11:20

Өләсәй менән олатай һаулығы – айырым иғтибарҙа

“Демография” милли проекты һөҙөмтәһендә өлкән йәштәгеләрҙе медицина хеҙмәтләндереү сифаты яңы кимәлгә сыға, тип белдерә Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Проекттың “Өлкән быуын” төбәк программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға августа 18 “Газель Некст”микроавтобусы һатып алынғайны. Һигеҙ кеше һыйҙырышлы микроавтобустар коляскалағы инвалидтарҙы салонға индереү өсөн электрокүтәргес менән йыһазландырылған. 65 йәштән өлкәнерәк ауыл кешеләрен дауаханаға, поликлиникаға өҫтәмә тикшереүгә алып барыу маҡсатында тағы “Ларгус” маркалы дүрт еңел автомобиль ҡайтартылған.
Әле республикабыҙ ауылдарында 65 йәште үткән 222 мең кеше йәшәй. 2024 йыл аҙағына тиклем уларҙың 45 проценттан ашыуы махсус күсмә бригадалар ярҙамында һаулыҡтарын тикшерәсәк.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: