+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 11:35

Өфөлә иҫкергән сүп- сар ташыусы машиналарҙы яңыға алмаштыралар

Күптән түгел, ҡаты ҡалдыҡтар менән идара итеүсе “Махсусавтохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыу өсөн яңы техника ҡабул итте, тип хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин яңы машина хужаларына асҡыстар тапшырҙы. Был хаҡта республиканың экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Белгестәр билдәләүенсә, яңы техника һатып алыу халыҡты хеҙмәтләндереүҙең сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Был Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы,”Экология” милли проектының үтәлеше лә.
«ISUZU” маркалы яңы, һигеҙ автомашина тулыһынса 16 сүпсығарғыс иҫке техниканы алмаштыра ала. Яңы машиналар уңайлы, төрлө шарттарҙа ла эшләй алырлыҡ. Шулай уҡ улар экология һәм экономия яғынан да отошло,ти белгестәр.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: