Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты йыл һайын ҡалаларҙың йәшәү сифаты рейтингын төҙөй. Быйылғы шундай тикшереү күрһәтеүенсә, Өфө йәшәү сифаты буйынса тәүге ун ил ҡалалары иҫәбенә инде.
Рейтингта беренсе урында Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан тора. Артабан – Грозный, Төмән килә. Түбәнәйә бара исемлеккә Краснодар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Севастополь, Өфө һәм Кемерово ингән.
Финанс университеты аналитиктары, халыҡ фекерен өйрәнеп, юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә, йәмәғәт транспортына, мәғарифтың һәм мәҙәни инфраструктураның үҫешенә, медицина хеҙмәтләндереүе сифатына, торлаҡ фондының торошона һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә, урындағы властың эшенә ҡағылышлы баһаһын иҫәпкә алған.
Республика баш ҡалаһының йәшәү сифаты буйынса тәүге унау иҫәбенә инеүе – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән беҙҙә эштәрҙең ярайһы йылдам барыуын күрһәткән бер миҫал.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан