Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы станцияһында булды, халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итеү диспетчерҙары эше менән танышты. Өфө ашығыс ярҙам станцияһы тәүлегенә 3 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә, ә йылына республика буйынса 4 миллиондан күберәк саҡырыу теркәлә.
Башҡортостанда барлығы 57 ашығыс ярҙам бүлексәһе эшләй. Ләкин кадрҙар мәсьәләһе аҙағынаса хәл ителмәгән. Шуға күрә был йәһәттән өҫтәмә саралар күрелә. Атап әйткәндә, ашығыс медицина ярҙамында эшләгән табиптар, стажына ҡарап, ай һайын хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан ашыу өҫтәмә ала башлаясаҡ. 2020 йылдан ашығыс ярҙам фельдшерҙарына – биш, ә водителдәренә өс мең һум өҫтәмә түләү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштең бер сағылышы был сара.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан