-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:15

Башҡортостанда торлаҡ алыу еңеләйә

Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып барыу республика программаһына ярашлы, ике меңгә яҡын ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт төҙөлөшө комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып барыу республика программаһына ярашлы, ике меңгә яҡын ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт төҙөлөшө комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Торлаҡҡа тәүге льготалы ипотека кредиты алыу буйынса республика программаһы 2017 йылда эшләй башланы. Социаль әһәмиәтле программаның партнерҙары – Рәсәй Һаҡлыҡ һәм “Уралсиб” банктары. Вкладтарҙың ҙур өлөшө Һаҡлыҡ банкыһы иҫәбенә тура килә.
Дәүләт төҙөлөшө комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйылдан башлап программаға бюджеттан 235 миллион һум аҡса бүленәсәк. Былтыр был күрһәткес 218 миллион һум ине.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, 2019 йылдың 1 мартынан программала ҡатнашыу өсөн сикләүҙәр алып ташланған. Элек унда льготалы категорияға ҡараған граждандар ғына ҡатнаша ала ине. Программаның беренсе этабында өс йылдан алып алты йылға тиклем аҡса йыйырға кәрәк. Икенсе этабында ипотека кредитын 6-7 процент менән алыу хоҡуғы бирелә. Шулай уҡ был программала ҡатнашыусылар йыйған иғәнәгә ай һайын 30 процент күләмдә республика бюджетынан субсидия бирелә. Тик был түләүҙәр айына 3 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: